Интересное О Людях
Зулькарнаева Шаулия Алкинская. Стихотворение Зулькарнаевой Ш.Н. в тексте "Әбей батша"

Самиздат: [Регистрация] [Найти] [Рейтинги] [Обсуждения] [Новинки] [Обзоры] [Помощь|Техвопросы]
Ссылки:
Школа кожевенного мастерства: сумки, ремни своими руками Типография Новый формат: Издать свою книгу
 Ваша оценка:

  Зулькарнаева Шаулия Алкинская. Стихотворение Зулькарнаевой Ш.Н. в тексте "Әбей батша"
  
  Башкортостан укытыусыхы
  
  27 Ғинуар 2022, 14:52
  Әбей батша
  Һин - ҡырыҫһың Һѳймәгәнгә. Бошонмаған, Кѳймәгәнгә. Һин яғымлы Аҡыллыға, Эш-хеҙмәттә Таҫыллыға. Телең - ҡамсы Алдаҡсыға, Түрҙән урын Алмаҡсыға. Дилбегәне Тоттоң ҡаты, Бер баҫтырып "Аты-баты..." Булғыланың Шаян, моңло, Ирмәгерәк. Тик күберәк Теге "әбей" Кеүегерәк.
  Күмертау башҡорттары мине "Әбей батша" тип йөрөтә. Был миңә оҡшай.
  Асыуланмайым. Тура һүҙле, дөрөҫөн күҙен сығарғансы әйткән өсөн шулай тиҙәр. Араларында үпкә һаҡлап йөрөгәндәре лә юҡ түгел. Шулай ҙа күпселеге ихтирам итә. Башҡорт әҙәбиәте классигы, яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың бер туған апаһы булғанға түгел, ә башҡорт теле уҡытыусыһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева булғаным өсөн. Башҡорт балаларына туған телен уҡытам тип, коммунист башым менән түрә-ҡара, чиновниктар менән күпме һүҙгә килешергә, һүҙемде һүҙ итер
  өсөн улар менән күмпе айҡашырға тура килде заманында. Яңы милләт - совет халҡы формалаштырабыҙ, коммунизм төҙөйбөҙ тигән хыял менән янған әҙәмдәргә минең шулайтып йөрөүем берҙә генә лә оҡшамай ине. Тәки, баш бирмәй, үҙем эшләгән Юрий Гагарин исемендәге 2-се һанлы интернат-мәктәптә башҡорт телен уҡытыуҙы туҡтаттырманым. Күп яғалашырға тура килде инде. Ана ҡайҙа ул миңә "Әбей батша" тигән ҡушамат тағылыуҙың әтнәкәһе.
  1967 йылдар тирәһе... Мәктәптәрҙә төрлө милләт балаларын яйлап ҡына русса уҡытыуға күсереү процесы бара. Башҡортостанда ла башҡорт телен уҡытыу киҫкен тора.
  Бына шундай еңелдән булмаған бер ваҡытта бән фәҡирегеҙ Күмертауҙың Юрий Гагарин исемендәге 2-се интернат-мәктәбенә эшкә килде. Хеҙмәт кенәгәмә бер генә юл яҙылған: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Шуның менән бөттө-китте. Дүрт тиҫтә йыл ғүмерем шунда педагогик эш менән үтте, шунан хаҡлы ялға сыҡтым.
  Мин эшкә килгән ваҡытта уҡыу йортонда тәртип яғы самалы ине: берәҙәк малайҙар, режимға буйһоноп өлгөрмәгәндәр етерлек, йә ауылын, туғандарын һағынып ҡасалар. Шулай Мәсетле районынан килгән 6-сы кластан бер ҡыҙыҡай, һағыныуына сыҙай алмай, йәйәүләп ер аяғы, ер башындағы тыуған яғына ҡайтырға сыҡҡан. Саҡ эҙләп табып алып ҡайттыҡ. Бала тиһәң дә, бала инде...
  Ниндәй генә ата-әсә юҡ. Әсәлектән мәхрүм ителгәндәре, лаяҡын иҫереп килеп: "Балаларымды бирегеҙ", - тип бәйләнеп, ғауғалап йөрөй торғайны.
  Ятаҡта 700-ҙән артыҡ уҡыусы йәшәй. Бер бүлмәлә ун бишләп-егермеләп балаға йоҡларға тура килә. Койкалар иҫке, сеткаһы иҙәнгә тейеп тора, икешәр ятып йоҡлайҙар бер койкала. Ә класта элекке ҡара парталарҙа өсәр ултыралар, этешеп-төртөшөп. Панель менән иҙән бер төҫтә - һоро. Ашау яғы ғәҙәттәге интернаттағыса. Тик шуныһы яҡшы: хөкүмәт балаларҙы баштан-аяҡ кейендерә. Хәҙер булһа, кеймәҫтәр ине ундай кейемдәрҙе. Магазинда кейем-һалым юҡ саҡта, шатлана-шатлана кейҙеләр.
  Бер уйлаһаң, бындай тормош минең үҙемә лә бик яҡшы таныш. Шуға ла был интернат-мәктәп балаларының тормошон, уй-хистәрен ғүмерем буйы йөрәгемә ныҡ яҡын алдым.
  Мин Таймаҫ ауылы ҡыҙы булам. Атайым Ғимран. Беҙҙе Ялан Бөрйәне башҡорттары тип йөрөтәләр. Нәҫелебеҙ араһы - Игәү. Оло Көйөргәҙе буйындағы убалы-далалы тәбиғәт ҡосағында үҫтем.
  Германия беҙгә һуғыш башлағанда 3-сө синыфты тамамлап, 4-се синыфҡа күскәйнем. Атайым "Мораптал" совхозында эшләп йөрөй ине. Эңерҙә, күҙ бәйләнгән саҡта, ана шул яман хәбәрҙе Таймаҫҡа ул алып ҡайтты.
  Шомло хәбәр ауылға йәшен тиҙлеге менән таралды. Ололарҙың, үҙ-ара һөйләшеүенән бик хәтәр алыш булыуын аңланыҡ. Атай-әсәйҙәрҙең дә йөҙөндә ҡара һөрөм, уларҙың бер ваҡытта ла шулай хафалы сағын күргән булманы.
  Ҡараңғы төшөп килгәндә, бер ни белмәй йәшенмәк уйнап йөрөй инек, беҙ ҙә шымтайышып ҡалдыҡ. Башҡа ваҡыт, ололар һүҙен ҡолағығыҙҙы ҡуйып тыңлап тормағыҙ, тип эргәләренән ҡыуа торғайнылар. Был юлы хатта беҙҙе күрмәнеләр ҙә кеүек. Атайымдың ололар менән һөйләшкәндә:
  - Беҙ еңеүен еңербеҙ ҙә ул, тик һуғыш ҡаты буласаҡ, оҙаҡҡа барыр, ҡорбан да күп булыр, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, - тигән һүҙҙәре хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған.
  Атай һынлы атай әйткәс, дөрөҫ булырға тейеш. Сөнки беҙҙең осор балалары көслөлөктө, ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө, аҡыллылыҡты атайҙар йөҙөндә генә белде. Һыуҙың тәрәнлеген билдәләгәндә лә, шул тиклем тәрән, хатта атайҙарҙы күмә, ти торғайныҡ. Етмәһә, беҙҙең атай һуғыш утын күргән кеше. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Шунан һаулығы ла ҡаҡшап ҡайтҡан. Һуғыш башланған йылды, әсәйемде 5 балаһы менән ҡалдырып, атайым донъя ҡуҙы.
  Атайыбыҙ үлгәс, алты йәшлек кенә Рәшит барыбыҙҙы ла йыуатып: "Иламағыҙ, йөҙ грамм булһа ла, ашарға табырбыҙ әле", - тип әле беребеҙ, әле икенсебеҙ янына йүгереп килә (ул йөҙ грамды ҡайҙан ишеткәндер инде). Беҙҙе аслыҡтан һыйыр ағы ҡотҡарҙы. Кемдең һыйыры бар, ул иң бай кеше ине ул саҡтарҙа. Рәшит ҡайҙа нимә үҫкәнен иптәштәренә әйтеп, арҡаһына тоҡсай аҫып, туғайға үлән йыйырға китә. Ат ҡолағы үләнен ҡайнатып, көрпә бутаһаң, үҙенә күрә "бынамын тигән ғәләмәт шәп бер ризыҡ" килеп сыға. Ҡара ерҙән башаҡ йыйыу, шунан китә йыуа, ҡуҙғалаҡ, балтырған, ҡымыҙлыҡ...
  Үҙе ас булһа ла, күңеле туҡ булды кешенең. Яҙын боҙ киткәнен ҡарау ғына ла ниндәй байрамға әйләнә торғайны. Ҡарты-йәше бөтә ауыл менән сығып, сыр-сыу килә Көйөргәҙе буйында. Боҙ өҫтөндә усаҡ яндырып, кемдеке оҙағыраҡ йөҙә тип, яр буйлап йүгереп барыуҙар әкиәт иленә сәйәхәт булып күренә ине. Һаман да төштәргә инә шул саҡтар...
  Өйөбөҙ ауыл осонда ғына. Эргәбеҙҙән тракторға, аттарға тейәлеп тә, йәйәүләп тә һуғышҡа китәләр. Бер туған ағайым Миһранды һуғышҡа оҙатҡанда кеше айырыуса күп булды. Ауылдың матур егете, гармунсыһы китә, хатта малай-шалайҙарҙың, өй артында, еңдәре менән күҙ йәштәрен һөртөп, илап торғандары әле лә иҫтә. Баҡтиһәң, һуғыш уйнағанда ағайым уларҙың командиры булған икән.
  Шулай итеп, һуғыш бала саҡ көндәребеҙгә ҡара шаршау элде. Бөтәһенә лә ҡул көсө: көрәк менән картуф ҡаҙып, ашлыҡ сәсәбеҙ, һәр ғаиләгә тары, бойҙай сәсергә рөхсәт иттеләр. Тары урғанда бармаҡты уйып алған йөйө әле һаман бар. Һуғыш осороноң ҡаты һыуығында һөйрәп утын, бесән, һалам ташыуҙар...
  Туйғансы икмәк ашау онотолдо. Өйҙә һалҡынлыҡтан һыу туңа. Утын юҡ, һалам яҡҡан булабыҙ, уныһы ла юҡ. Әсәйем бер мунса инеү өсөн бер күлдәк тегеп бирә торғайны. Аҙ ғына яғылған мейестә фронтҡа ебәреү өсөн йоҡа ғына итеп турап, картуф, иген киптерәбеҙ, сөнки иген ҡышҡы буранда молотилка менән һуғыла ине. Һуғышҡа ебәреү өсөн 4-се синыфта уҡығанда йөн иләп, өс бармаҡлы бирсәткә, ойоҡбаш бәйләргә өйрәндем. Ашау етмәүҙән ултырһам, тора алмайым - хәл юҡ. Ҡар тишелеү менән ялан аяҡ йөрөйбөҙ, аяҡ табаны күнгә әйләнә, тыҡылдап тора, кемдеке нығыраҡ ҡаты - маҡтанабыҙ.
  Сәмәрә апайым, юҡты бар итеп, әле тегеһен, әле быныһын табып ашарға рәтләй. Рәшит ҡустым яландан ат ҡолағы япрағын һыпырып йыйып алып ҡайта. Апайым уны һыуҙа бешереп, һарҡытып, төйөп, онға әүәләп, ҡаҙанда бешерә. Тышын әҙерәк майлап та ебәрһәң - ашап туйғыһыҙ. Во! Бөтәһе лә бер тигеҙ: артыҡ та, кәм дә түгел - ус аяһындай ғына. Һәр беребеҙгә - бишәр, ә беҙ - бишәү. Он бөткәс, көрпәне ҡыҙҙырып, төйөп, иләп, шуның ононан әүәләй. Ә инде серек картуфтан бешерелгәненең тәме лә ауыҙҙа бар һымаҡ - телеңде йоторлоҡ. Рәшит: "Бындай тәмлекәс Сталинға ла эләкмәйҙер әле", - тигән була торғайны.
  Ул заманда һыйырлы кеше - ауылдың иң байы. Һыйырлы көнөң - һыйлы. Беҙ аҡтан өҙөлмәнек, нисек тә һыйырҙы аҫырарға тырыштыҡ. Рәшит менән мин утын, бесән әҙерләйбеҙ, ә оло апай, әсәй колхоз эшендә бил бөгә. Сәмәрә май бешкәндә уның тирәләй өйөрөлөшөп ултырабыҙ. Һәр ҡайһыбыҙға бармаҡ башындай май эләгә, ҡалғаны - дәүләткә тапшырырға. Һирәк булһа ла, ҡатыҡҡа ҡаймаҡ та төшә (хәҙер ҡатыҡ ойотоп мәшәҡәтләнмәйҙәр, айырған һөттө быҙауға эсерәләр ҙә ҡуялар). Шулай итеп, Сәмәрә менән һыйыр беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы. Халыҡ ас булһа булды, урлашманы, һоранып йөрөһә йөрөнө, кеше әйберенә теймәне. Ишеккә йоҙаҡ элеү тигән нәмә булманы. Тимер ишек, рәшәткәле тәҙрәне күргән дә, ишеткән дә юҡ ине. Кешеләр изгелекле, бер-береһенә ярҙамсыл булды. Күрше малайы Камилдың атаһы һуғышта үлгән, үгәй әсә ҡулында - дүрт бала. Һыйыр түгел тауыҡтары ла юҡ... Беҙ - эштә, Сәмәрә - ҡаҙан тирәһендә. Камилға ла өлөш сыға: сепарат һөтөн ҡатыҡ ойотор өсөн ҡайнатҡанда һөт өҫтөндәге ҡаҫмаҡты, ҡаҙан төбөндәге көйөгөн бирә икән. Көнө буйы ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмаған йәтим балаға былар ҡаҙы менән ҡалъя кеүек күренгәндер инде. Малай үҙе лә ярҙам итә икән: ҡаҙан аҫтына яғырға тирә-яҡтан сытыр-мытыр йыя. Уға һөттән дә, "липүшкә"нән дә өлөш сығара Сәмәрә. Шул рәүешле, уның изгелеге арҡаһында күрше малайы астан үлмәй ҡалды.
  Беҙ тилмереп көткән Еңеү көнө килде. Ай, оҙаҡ көттөрөп килде. Килеүен килде. Ә бына ҡайтыуҙарын көткән күп ауылдаштарым яу ҡырынан ҡайтманы. Мәңгегә шунда ҡалдылар. Нишләтәһең, тормош үҙенсә алға барҙы. Тәгәрмәстәре майланмаған арба кеүек. Ыңғыр-шыңғыр. Бер ваҡыт Өфөлә һуғышта баштарын һалған фронтовиктарҙың балалары, етемдәр өсөн интернат-мәктәп асылған икән тигән һүҙ сыҡты. Бер аҙҙан мине лә ошо уҡыу йортона, Өфөләге 1-се интернатҡа, уҡырға бирҙеләр.
  Ошоғаса өҫтә булған һеркәле-бетле, ҡырҡ ямаулы кейемдәрҙе систереп
  (яҡҡандарҙыр инде), ғүмерҙә күрмәгән биҙәкле, алъяпҡыслы күлдәктәр бирҙеләр. Ундай ҙа күлдәк була икән! Беҙ уны "форма" тип йөрөттөк. Өҫкә һалдат шинеле материалынан тегелгән пальто (бишмәт булһа - яғаһыҙ була) бирҙеләр, билде ҡыҫып быуып ебәрергә "буйсы" ла бар. Ә башҡа - тәрилкә һымаҡ, үҙе һай ғына бер нәмә: саҡ ҡына ел булһа, оса ла китә. Һуңынан уны "беретка" тип йөрөттөк, елдә осоп китмәһен өсөн бау ҙа тағып алдыҡ. Аяҡҡа еп ойоҡ бирҙеләр, ошоғаса үҙем бәйләгән йөн ойоҡто кейеп йөрөй инем. Хәҙер аяҡта - кирза һалдат ботинкаһы, тышынан эрзинкә калуш кейептереп ебәрәбеҙ! Ауылда бөтәбеҙгә бер пар калуш була торғайны, тышҡа алмашлап ҡына кейәбеҙ. Көтөп торғоң килмәһә, ялан аяҡ ҡына сығаһың да йүгерәһең...
  Шулай "хан ҡыҙылай" кейенеп алдыҡ, ауылдаштар күрһә икән! Тик аптырайым, ҡаланың бәләкәй генә балалары ла беҙгә төртөп күһәтеп көләләрсе! Бигерәк тә аяҡтан көләләр. Әллә көнләшәләр...Ҡалала ҡултыҡлашып йөрөйҙәр бит. Беҙ ҙә ҡалышмайбыҙ: 6-7 ҡыҙ бергә
  ҡултыҡлашып алабыҙ ҙа, һалдаттар һымаҡ "айт-два"ға баҫып, тротуарҙы иңләп барабыҙ. Ҡаршы килгәндәрҙең ҡайһылары боролоп китә, ситкә сығып туҡтап тора, бәғзеләре "дармоедтар" тип әрләй.
  Беҙҙең интернатта тәрбиәләнгән меңәрләгән "дармоедтар"ҙан ябай уҡытыусы, табип, инженерҙарҙан алып фән докторы, академик, министрҙар, кешеләрҙе "ерҙең Ҡояшлы яғында йәшәткән" сәнғәт, мәҙәниәт белгестәре, рухи аҙыҡ биреүсе күпме шағир, яҙыусы, тел белгестәре сыҡты, үәт! Бән фәҡирегеҙ ҙә шул интернат-мәктәпте 1963 йылда тамамлап, Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инде. Уны тамамлағас, тыуған ауылым мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыттым. 1957 йылдан Бабай ҡасабаһынан Күмертауға әйләнгән ҡаланың 5-се мәктәбендә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыттым. Бер аҙ ваҡыт район гәзитендә лә эшләп алдым. Шулай ҙа күңелемә педагогик эш нығыраҡ яҡын икәнен аңланым. Ҡалған бар ғүмеремде шуға арнаным. Ә бына Рәшит туғаным, киреһенсә, журналистика юлын үҙ итте. Һуңынан арҙаҡлы әҙип, хатта башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып китте. Кем уйлаған инде уның тормош һәм ижад юлы мин уҡытҡан башҡорт әҙәбиәте дәреслектәрендә урын алыр тип. Әле лә бына ул дәреслектәр өҫтәлемдә ята. Туғанымдың миңә автографтар менән яҙып биргән барлыҡ китаптары китап кәштәмдә тора. Улар - минең өсөн иң ҡәҙерле рухи ҡомартҡылар. Тик үҙе генә иртәрәк китеп барҙы. Нисәмә нисә төрлө хыялдар менән янып йәшәй ине ул. Әллә күпме яҙылмаған әҫәрҙәрен үҙе менән алып китте.
  1967 йылда Күмертауҙың Юрий Гагарин исемендәге интернат-мәктәбендә ике башҡорт класы асылды. Мине туған телдән уҡытырға тип шунда эшкә саҡырҙылар. Халҡыбыҙ өсөн ауыр йылдар ине был ваҡыттар. Ауылдар юҡҡа сыға, йәнәһе, киләсәге юҡ, мәктәптәр ябыла. Барыр ер, батыр күл юҡ тигәндәй, балалар күпләп интернатҡа килә башланы. Ике класҡа уҡыусылар артып китте, ә улар һаман килеү өҫтөндә. Минең Таймаҫтан икәнде белгәс, "урынлаштыр" тип
  мөрәжәғәт итәләр. Береһе туған, икенсеһе таныштың танышы... Иге-сиге юҡ. Директор мәрйә ине. "Алһаң, үҙеңә алаһың инде", - ти ҙә ҡойроҡто һыртҡа һала ла ҡуя. Тилмерешеп күҙгә ҡарап торалар, йәлләйем дә алам, йәлләйем дә алам.
  Класымда бер заман 52 уҡыусы булып китте. Иң ҙур класс минеке, керһәләр кереп бөтә алмайҙар, сыҡһалар сығып бөтә алмай аҙапланалар. Элек эшләгәндәр һайлап алалар ҙа, төрлө сәбәптәр табып, йоҡа елкәләрҙе ауылдарына тай типтерәләр. Мин нисек ҡайтарып ебәрәйем - үҙем алдым бит. Бахырҡайҙар, бер ауыҙ һүҙ урыҫса белмәйҙәр. Миңә лә ишетмәгәнде ишетергә тура килде. Ҡарап торғандары бер мин бит, йүгерәләр ҙә киләләр, йүгерәләр ҙә киләләр. Кәмһетеүсене эҙләргә китәм, "ең һыҙғанып".
  Уҡытыу тик урыҫ телендә бара, тегеләрҙән география, тарих, биология фәндәрен ятлатам. Хәтерҙәре шәп. Хәҙерге заман техникаһы кеүек нәмәләр менән мейеләрен серетмәгәндәр, өйрәнәләр бит, урыҫса һупалай башланылар былар яйлап ҡына.
  Бер заман ауылдарҙа, башҡорт балаларын ирекһеҙләп, 1-се кластан урыҫса уҡытырға тотондолар. Шулар килә. Бына ата-әсәләр мине һүгә: хәҙер көсләп киренән башҡортсаға өйрәтәһегеҙ. Алла урынына күреп уҡытаһығыҙ, әллә бөтәһенә лә үҙ туған теле кәрәкме?! Әйтмәгән һүҙ ҡалдырмайҙар. Аллаға шөкөр, шул тиргәгән ата-әсәләрҙең балалары башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен һайланы. Иллә шәп тә булды.
  Уның араһында партияның өлкә, ҡала комитетынан, министрлыҡтан дәрестең уртаһымы, аҙағымы киләләр ҙә ултыралар. Тикшереүсе күп, өйрәтеүсе юҡ. Шулай ҙа бирешмәнем. Йөрөй торғас, Кинйәбаева барҙа, башҡорт теле бөтмәҫ, тип ҡуйғандар. Бөтмәне лә. Бөтмәҫ тә.
  Хәҙерге һымаҡ ауылдарға юл да, транспорт та юҡ. Балалар һағына, илай. Ата-әсәһе йәйәүме, ат менәнме килтереп урынлаштырып китә. Йылдар буйына ҡайта алмағандары бар. Һағыныуҙың ни икәнен беләм, үҙем Өфө интернатында уҡығас. Тыуған яҡты һағыныу аслыҡтан да яман, тәҡәтең ҡалмай. Дәрестә мыш-мыш илаған тауышҡа эргәһенә килеп сәбәбен һораһаң, башы ауыртыуға һылтана. Үҙемдең дә "баш ауыртҡан" саҡтар йыш булғас, аңлайым хәлдәрен. Нишләйем
  һуң?
  Бер ваҡыт класымдағы балалар батареяға күп итеп йомортҡа һалған. Сепрәкте тартып алһам, иҙәнгә төшөп һытылдылар. Баҡтиһәң, себеш сығарабыҙ, уйнатабыҙ тип, ҡуйғандар икән. Тәҙрә һөртөргә биргән сепрәктәр юҡ була. Ҡурсаҡ яһап уйнайҙар икән былар ял көндәрендә, әрләмәйем. Шулай итеп һағыныуҙарын баҫырға тырышҡан улар. Нишләтәһең, бала бала бит инде ул.
  Бына шулай ауыл балаларына икенсе әсәй булып, уларҙы ҡурсалап йөрөй торғас, ҡырҡ йыл ғүмерем үтеп киткәнен дә һиҙмәгәнмен. Уҡытып сығарған уҡыусыларым да, элекке коллегаларым да урамда йә уҡыу йортонда күрһә, "Һаумыһығыҙ, Әбей батша", - тип өндәшә. Миңә, ҡарт кешегә, иң ҙур шатлыҡ шул инде. Заманында
  Учалы ҡыҙы, буласаҡ яҙыусы Шәүлиә Зөлҡәрнәева менән бергә уҡытҡайныҡ. Ул
  миңә арнап шиғыр ҙа яҙҙы. Унда шундай юлдар бар:
  Һин - ҡырыҫһың
  Һѳймәгәнгә.
  Бошонмаған,
  Кѳймәгәнгә.
  Һин яғымлы
  Аҡыллыға,
  Эш-хеҙмәттә
  Таҫыллыға.
  Телең - ҡамсы
  Алдаҡсыға,
  Түрҙән урын
  Алмаҡсыға.
  Дилбегәне
  Тоттоң ҡаты,
  Бер баҫтырып
  "Аты-баты..."
  Булғыланың
  Шаян, моңло,
  Ирмәгерәк.
  Тик күберәк
  Теге "әбей"
  Кеүегерәк.
  Таймаҫ - һинең
  Тѳйәгең бит.
  Ер-һыуым, тип
  Кѳйгәнең бит.
  Һағыш йотоп
  Ҡустың үткән
  Һуҡмаҡтарҙы
  Урайһыңдыр.
  Хәсрәтеңде
  Эскә йотоп
  Гармуныңда
  Уйнайһыңдыр...
  Рух ныҡлығы
  Кѳйѳргәҙе
  Имәнендәй.
  Сабырлығың
  Диңгеҙҙеке
  Кимәлендәй.
  Үпкәләмә
  Йыраҡтарҙан
  Сәләм әйтеп,
  "Әбей батша"
  Тигәнемә.
  Хөкүмәт тә үҙ итте. "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән исемен дә бирҙе, "Почет билдәһе" ордены менән дә бүләкләне. Яҙмышымдан ризамын. Кешене ҡарғаһалар, телеңдән яҙ, телеңдән алһын, телеңдән күр, телең булмаһа, күҙеңде ҡарға суҡыр ине тиҙәр... Ысынлап та, кемдәрҙер туған телебеҙҙән
  яҙҙырып, күҙебеҙҙе ҡарғанан суҡыта алмай ғәзизләнә. Ә мин олоғайған көнөмдә, тел менән булһа ла, кешеләргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Әсәйем дә: "Тел ярҙамы - ҙур ярҙам", - тип юҡҡа ғына әйтмәй торғайны.
  
  Тәлғәт Шаһманов.
  
  
  
  АВТОРҘАН: был очеркты мин 1-се заттан яҙғайным. Башҡорт классик яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәев тә Көйөргәҙе районы Түкән ауылының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыһы, Көйөргәҙе районының почетлы гражданины Мирхәким Ишмөхәмәтов тураһында, үҙенең ауыҙынан һөйләтеп, "Азат итеүсе" очерыгын яҙғанда ошо алымды ҡулланған. Тик минең очеркты "Ағиҙел" журналында, аңламайынса, әҫәр геройы үҙе яҙып ебәргән тип уның исеменән баҫтырып сығарҙылар. Был хаҡта журналдың элекке баш мөхәррире Әмир Әминевҡа шылтыратып әйткәс, ул ғәфү үтенде.
  
  Автор:Гульшат Байназарова

 Ваша оценка:

Связаться с программистом сайта.

Новые книги авторов СИ, вышедшие из печати:
О.Болдырева "Крадуш. Чужие души" М.Николаев "Вторжение на Землю"

Как попасть в этoт список

Кожевенное мастерство | Сайт "Художники" | Доска об'явлений "Книги"