Интересное О Людях
Зулькарнаева Шаулия Алкинская. Википедия

Самиздат: [Регистрация] [Найти] [Рейтинги] [Обсуждения] [Новинки] [Обзоры] [Помощь|Техвопросы]
Ссылки:
Школа кожевенного мастерства: сумки, ремни своими руками Типография Новый формат: Издать свою книгу
 Ваша оценка:
  • Аннотация:
    Краткая информация по автору "Зулькарнаева Шаулия"

  Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы
  Ознакомительные фрагменты биографии
  Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (Шәүлиә Алкинская; 16 май 1946) - яҙыусы, шағир, журналист
  
  Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (ижади псевдонимы Шәүлиә Алкинская; 16 май 1946 йыл) - уҡытыусы, яҙыусы, шағир һәм журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Мөхәммәт Хәйҙәров (2005) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2006) премиялар лауреаты.
  
  Биографияһы
  Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында 1946 йылдың 16 майында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Исеменең үҙ тарихы бар. "Шәүлиә" исеме "шаүле" (Šiaulē) литва һүҙенән алынған - ҡояш мәғәнәһендә. Шәүлиәнең атаһы Литваны азат итеүҙә ҡатнаша, ҡамауға эләгә, шул саҡта, тере ҡайтһам, ҡыҙыма Шяуляй ҡалаһы исеменә оҡшаш исем ҡушам тип, үҙ-үҙенә һүҙ бирә[1].
  
  1984 йылдың йәйендә Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙына шәхси саҡырыу буйынса Литваға немец-фашист илбаҫарҙарынан Шяйляү ҡалаһын азат итеүгә арналаған тантанаға барып ҡайтыу бәхете тейә. Күрһәтелгән документаль фильмдағы бер кадрҙа атакаға күтәрелгән атаһын күреү мәңгегә Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙының иҫендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып ҡала[2].
  
  1963 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Артабан ғүмеренең 25 йылын уҡытыу эшенә бағышлай, Күмертау ҡалаһында башта Ю. А. Гагарин исемендәге интернат-мәктәптә, һуңынан Күмертау педагогия училищеһында эшләй. Күмертау ҡалаһында 20 йылдан ашыу йәшәгәндән һуң ғаилә сәбәптәре арҡаһында тыуған яҡтарына, Учалыға, ҡайта.
  
  Учалы ҡалаһында район гәзите редакцияһында - бүлек мөдире, артабан урындағы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе булып эшләй. 1997 йылдан алып - ирекле ижадсы[3].
  
  Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы - көслө рухлы, һәр нәмәне йөрәге аша кисереүсе, әүҙем тормош алып барыусы шәхес. Әҫәрҙәренең төп тематикаһы: кешелеклелек, ватансылыҡ, әхлаҡлылыҡ. Алты китап авторы (шиғриәт, проза). Әҙәбиәт донъяһында Шәүлиә Алкинская исеме аҫтында билдәле.
  
  Китаптары[4]
  "Ғүмер октавалары", шиғырҙар йыйынтығы, баш. телендә, Өфө, 1996 йыл.
  "Ҡояшлы серенада", хикәйәләр йыйынтығы, баш. телендә, Өфө, 2002 йыл.
  "Барон", балалар өсөн, проза йыйынтығы, рус телендә., Сыуаш китап нәшриәте, 2003 йыл.
  "Йондоҙло рапсодия", шиғырҙар йыйынтығы, на башк. Уфа,2003 йыл.
  "Приключения кота Барона", повесттар йыйынтығы, балалар өсөн, рус телендә, Өфө, 2010 йыл.
  "Алма бабай һабаҡтары", хикәйәләр йыйынтығы, балалар өсөн, баш. телендә, Өфө, 2014 йыл.
  Уның тәүге әҫәре 1986 йылда Вильнюста литва телендә сыҡҡан "Салдуве" коллектив йыйынтығында баҫтырылып сыға.
  
  Библиографияһы[4]
  "Тәүге шигырзар" - "Башҡортостан кыҙы" журналы, 1968.
  "Канатлы йәштәр" - И.Валитов, "Совет Башкортостаны" гәзите, 1969.
  "Якты көндәр" - Г.Расулева, "Йэшлек" гәзите, 1995.
  "Улькар" - Учалы ҡалы типографияһы, 1996, 2-се һан.
  "Века и тысячелетия" - "Ағиҙел" журналы, 2001, 6-сы һан, 46 бит.
  "Писатель и время" - Өфө, "Чурагул" нәшриәт йорто, 51 бит.
  "Учалы - золотая колыбель"- төҙөүсеһе Р.Шаһиев, Өфө, 2003.
  "Учалинской писательской организации 15 лет", 2006, брошюра, Учалы ҡалаһы.
  "Рухи тамырзар" - "Ағиҙел" журналы, 2006, с.103,110-112.
  "Асылташтар йыйыр сак" - альм., 3 бит, Учалы ҡалы типографияһы, 2006.
  "Писатели земли башкирской". Справочник. Сост. Р. Н. Баимов. Өфө: "Китап".
  "Шагирә, укытыусы, языусы" - М.Ямалетдинов, "Яйык" гәзите, 2006, 112-се һан.
  "Антология поэзии Башкортостана"- Төҙөүсеһе Р. Т. Бикбаев. Өфө: "Китап", 456 бит.
  "Энциклопедия Учалинского района" - Өфө: "Китап", 2009.
  "Эссе, как учебное пособие" - А. Сулейманова, 1996, мәҡәлә. "Серп и молот".
  "Чувство грусти в "Октавах жизни" - Р. Шаһиев, "Серп и молот" гәзите, "Яйыҡ", 1997.
  "Корни внутреннего духа" - З. Әҡбәров, "Ағиҙел" журналы, 5-се һан, 2006.
  Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[4]
  "Ватандаш" республика журналы лауреаты - Еңеүҙең 55 йыллығына арналған юл яҙмалары өсөн (2000)
  М. Хәйҙәров исемендәге премия лауреаты (2005)
  Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Почетлы грамотаһы (2011).
  Р. Хисаметдинова исемендәге премияһы лауреаты (2006)
  "Һәнәк" журналы лауреаты - юмористик хикәйәләре өсөн (2014)
  Фәнни эҙләнеүҙәре
  "Башкирская литература. Истоки и современный этап" монографияһы.
  Иҫкәрмәләр
   http://www.kumertime.ru/2014/12/slovo-o-prepodavatele/ 2017 йыл 18 июль архивланған.
   https://my.mail.ru/community/family-7/6B6D390F7DCDB056.html
   http://bp01.ru/authors.php?new=4595(недоступная ссылка)
   https://infourok.ru/urok-prezentaciya-videomaterial-po-tvorchestvu-shaulii-zulkarnaevoy-2169638-part4-page3.htm(недоступная ссылка)
  Һылтанмалар
  [1] 2017 йыл 18 июль архивланған. Слово о преподавателе
  [2](недоступная ссылка) Авторы "Бельских Просторов"
  [3] Урок-презентация.
  
  Был бит һуңғы тапҡыр 01:42 10 август 2021 үҙгәртелгән.
  https://ba.wikipedia.org/wiki/ Зөлҡәрнәева_Шәүлиә_Ниғмәт_ҡыҙы
  

 Ваша оценка:

Связаться с программистом сайта.

Новые книги авторов СИ, вышедшие из печати:
О.Болдырева "Крадуш. Чужие души" М.Николаев "Вторжение на Землю"

Как попасть в этoт список

Кожевенное мастерство | Сайт "Художники" | Доска об'явлений "Книги"