|
|
||
Шаулия ЗӨЛҠӘРНӘЕВА 1946 йылдың 17 майында Учалы районының Ахун ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Артабан Күмертау ҡалаһына күсә. Юрий Гагарин исемендәге мәктәп-интернатта, педагогия училищеһында уҡыта. 1993 йылда, иренең вафатынан һуң, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм тормошон журналистика менән бәйләй. Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты. | ||
|