Интересное О Людях
Зулькарнаева Шаулия "Бер әсә көндәлегенән"

Самиздат: [Регистрация] [Найти] [Рейтинги] [Обсуждения] [Новинки] [Обзоры] [Помощь|Техвопросы]
Ссылки:
Школа кожевенного мастерства: сумки, ремни своими руками Типография Новый формат: Издать свою книгу
 Ваша оценка:

  Журнал "Шонкар"
  Йәшәйеш 29 Ғинуар 2021, 18:11
  Бер әсә көндәлегенән
  Гүзәл дүртенсе класта уҡый. Класташы Света менән бик татыуҙар. Ольга тигән әхирәте лә бар. Бер көндә ата-әсәләр йыйылышында уҡытыусы беҙгә ошоларҙы һөйләне: "Математиканан программа ҡатмарлы. Шуға күрә һеҙҙең балаларығыҙ өйгә эшен эшләгәндә ярҙам итеүегеҙ кәрәк. Юғиһә, бөгөнгө дәрестәге кеүек, көлкө ҡатыш ҡыҙғаныс хәл булыуы ихтимал.
  Олянан өйгә эште һораһам:
  
  - Мин эшләй алманым, сөнки Света миңә әйтмәне, - ти.
  "Ярар, тип уйлайым. - Светанан һорайым әле". Светанан
  һораһам, ул:
  
  - Мин дә эшләй алманым, сөнки Гүзәлдең атаһы командировкала! - ти шартлатып.
  
  - Гүзәлдең атаһының командировкала булыуы менән мәсьәлә сисеү араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? - тип аптырап һорайым.
  
  - Бар шул! - ти теремек Света. - Беҙ математиканан башҡа бөтә дәрестәрҙе алдан эшләйбеҙ ҙә Гүзәлдең атаһы эштән ҡайтҡанын көтәбеҙ. Ул ҡайта ла башта уға төшөндөрә. Шунан мин телефон аша Гүзәлдән һорайым, ә Оля - минән. Ә командировкаға китерен кисә әйтмәгән...
   Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.

 Ваша оценка:

Связаться с программистом сайта.

Новые книги авторов СИ, вышедшие из печати:
О.Болдырева "Крадуш. Чужие души" М.Николаев "Вторжение на Землю"

Как попасть в этoт список

Кожевенное мастерство | Сайт "Художники" | Доска об'явлений "Книги"